4 Әллә Һинең дә күҙҙәрең әҙәм балаһыныҡы һымаҡмы? Кеше нисек күрә, Һин дә шулай күрәһеңме?
Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.
Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.
Уның башындағы сәстәре хәс тә аҡ йөн, аҡ ҡар. Күҙҙәре гүйә утлы ялҡын,
Алла бит минең кеүек әҙәм балаһы түгел, Нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның менән хөкөмгә нисек бергә барайым?
Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.
Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем, Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай.
Алла кешенең тотҡан юлынан күҙен алмай; Уның һәр аҙымын күреп тора –