22 Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүп гонаһ ҡылманы – Аллаға ғәйеп ташламаны.
Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.
Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.
Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.
Ә сыҙамлыҡ, һеҙ өлгөрөп еткән һәм камил, бер ниндәй кәмселекһеҙ булһын өсөн, үҙ эшен ахырына еткерһен.
Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?
Шуға күрә, аҡылы булғандар, мине тыңлағыҙ: Алла яуызлыҡ ҡылыуҙан алыҫ тора, Ғәҙелһеҙлек сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе өсөн ят.
Бер көндө илаһи заттар тағы Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине.
Ер йөҙөндә тағы бер мәғәнәһеҙлек бар: яманға тейеш яза тәҡүә кешенең башына төшә, ә тәҡүәгә лайыҡ игелекте ямандар үҙләштерә. Мин: «Был да фани!» – тинем.
Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».