Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 1:15 - Изге Яҙма

15 Ҡапыл шевалар һөжүм итеп, бөтә малдарҙы ҡыуып алып китте, ә хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡасып ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 1:15
13 Referencias Cruzadas  

Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан.


Тема каруансылары һыу эҙләр, Шеванан килгән сауҙагәрҙәр өмөтөн бағлар.


Ул-ҡыҙҙарығыҙҙы Йәһүҙә халҡына һатырмын, ә улар алыҫ ҡәүемгә – шеваларға һатып ебәрер, – ти Раббы. –


Тирә яҡта кәйеф-сафа ҡороусы ирҙәрҙең тауыштары яңғырап торҙо, сүлдән улар янына эскеселәр менән бергә күмәк кеше килеп, апалы-һеңлеле был икәүгә беләҙектәр таҡты, баштарына матур таж кейҙерҙе.


Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.


Йоҡшандың Шева менән Дедан исемле улдары булды. Ашшурҙар, летуштар, леумдар – Дедан нәҫелдәре.


Ғовал, Авимаил, Шева,


Бер сапҡын килеп Әйүпкә: – Үгеҙҙәр ер һөрә, яҡында ишәктәр утлап йөрөй ине.


шул көндө һинең яныңа ҡасып ҡотолған берәү килер. Ул булған ваҡиғаларҙы һиңә һөйләп бирер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios