Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 4:23 - Изге Яҙма

23 Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 4:23
21 Referencias Cruzadas  

Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.


Кем телен тыя, шул йәнен һаҡлар, телен тыймаған харап булыр.


Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?


Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.


Тыңла, улым, аҡыллы бул, күңелеңде хаҡ юлға йүнәлдер,


Үҙенә генә иҫәп тотҡан алйот була, аҡыл юлынан барыусылар ҡотола.


Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!


Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Иң мөһиме – аҡыл. Аҡыл тупла, мал-мөлкәттән ғәйре белем йыйна.


Улым, һин ошоно күҙ уңыңдан ысҡындырма: айыҡ аҡыл, уйлап эш итеү ҡеүәһен һаҡла.


Залимдың юлын сәнскәк менән тоҙаҡ һағалай; ғүмерен ҡайғыртҡан унан йыраҡ йөрөр.


Һәйбәт күңелле ҡатын хөрмәт ҡаҙаныр, аяуһыҙ иһә байлыҡ йыйыр.


Эшендәге уңышһыҙлыҡ арҡаһында ул бар байлығын юғалта, тыуған улына бер нәмә лә ҡалдыра алмай.


Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – күңеленән сыға. Уны шул бысрата ла.


Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы.


Намыҫлының юлы – боҙоҡлоҡтан ситкә тайпылыу; аҙымын белеп баҫҡан – йәнен һаҡлар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios