Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 3:10 - Изге Яҙма

10 шулай итһәң, келәттәрең тулы булыр, мискәләрең йәш шараптан ташып торор.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 шулай итһәң, келәттәрең тулы булыр, мискәләрең йәш шараптан ташып торор.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 шулай итһәң, келәттәрең тулы булыр, мискәләрең йәш шараптан ташып торор.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 3:10
15 Referencias Cruzadas  

Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.


Раббы һеҙҙең келәттәрегеҙгә, ҡулығыҙҙың һәр эшенә: «Бәрәкәтле булһын!» тип бойорор һәм һеҙгә бирәсәк ерҙә Аллағыҙ Раббы һеҙгә фатихалы булыр.


Миһырбанлы кеше фатихалы булыр, сөнки ул үҙ икмәген ярлы менән бүлешә.


Ырҙындарығыҙ ашлыҡҡа тулы булыр, Һыҡҡыстарҙан шарап менән зәйтүн майы ташып ағыр.


Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Келәттәрҙә орлоҡ ҡалғанмы ни? Йөҙөм дә, инжир ҙә, анар менән зәйтүн ағасы ла әлегәсә емеш бирә алманы. Ләкин бынан ары Мин уларға бәрәкәт яуҙырасаҡмын».


Алла ҡорамындағы хеҙмәткә, Алла ҡанунының һәм бойороҡтарының үтәлешенә ҡағылышлы һәр эштә ул Аллаһына ынтылған хәлдә, бөтә йөрәктән ихлас башҡарған өсөн уңыш ҡаҙана.


Батшалығың Һинең – мәңгелек батшалыҡ, Хакимлығың – быуындан-быуынға дауам итә.


Уларҙы һеҙҙеке кеүек өлөштәре һәм биләмәләре булмаған левиҙәр, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар килеп ашаһын һәм туйһын. Шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙгә фатихаһын бирер.


Садоҡ нәҫеленән баш ҡаһин Ғазаръяһ уға былай тип яуап бирә: – Раббы ҡорамына саҙаҡа ташыла башлау менән, беҙ ҙә туйғансы ашай башланыҡ, ризыҡтың күп өлөшө артып ҡалды. Эйе, Раббы Үҙ халҡына бәрәкәт бирҙе, шуға күрә артып ҡалғаны ла бик күп.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios