Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 20:7 - Изге Яҙма

7 Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 20:7
18 Referencias Cruzadas  

Раббының исеме хәҙер ҙә, Мәңге лә мөбәрәк булһын!


Үҙҙәренең һәм балаларының именлеге хаҡына Минән ҡурҡып йәшәһендәр, Мине мәңге хөрмәт итһендәр өсөн уларға бер йөрәк, бер юл бирермен.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус.


Ялған телле, өҫтәүенә ахмаҡ кешенән, намыҫлы йәшәгән ярлы күпкә яҡшыраҡ.


Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра, гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була.


Тура юлдан йөрөгән кеше Раббынан ҡурҡа, юлынан тайпылған кеше Уны һанға һуҡмай.


Раббыға әйтермен: «Һин – минең Хакимым. Һинән башҡа минең бәхетем юҡ!»


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды.


Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин?


Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –


Эй Раббы, юлыңды өйрәт миңә! Ҡарап торған дошмандар алдында Мине дөрөҫ һуҡмаҡтан алып бар.


Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине.


Раббынан ҡурҡыу – ныҡлы ҡалҡан, үҙеңде лә, затыңды ла һаҡлар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios