Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 20:1 - Изге Яҙма

1 Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра, уларға алданғандар – ахмаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер шаштыра, уларға алданғандар ахмаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра, уларға алданғандар – ахмаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 20:1
21 Referencias Cruzadas  

Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Батшаларға, Лемуил, батшаларға түгел шарап эсеү, хакимдарға түгел хәмер эҙләп йөрөү;


ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.


хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.


Дауыт уны үҙенә саҡырҙы, Урияһ уның менән ашаны-эсте. Дауыт уны иҫерткәнсе эсерҙе. Әммә Урияһ кисен йоҡларға өйөнә ҡайтманы, ә хакимының хеҙмәтселәре менән бергә кисәге урынында йоҡланы.


Бер-береһенә әйтәләр: «Килегеҙ, шарап ҡуйырмын, Туйғансы хәмер эсәйек! Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер, Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!»


Шарап һемергәндә – батыр, Хәмерҙе бутап эскәндә ғәйрәтле булғандарға ҡайғы!


Батша байрамында улар батшаны һәм түрәләрен Шарап ағыуын эсереп ауырыта. Ә батша һөмһөҙҙәргә ҡул һуҙа.


Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.


– Үҙең дә, улдарың да Осрашыу сатырына шарап йәки башҡа иҫерткес эсемлектәр эсеп инмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.


иҫергәнсе шарап эскән, һоғаланып ит ашаған бәндәләрҙең араһында булма.


Байлыҡ алдатҡыс ул, Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй. Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ, Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ. Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя, Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай».


Иртә таңдан хәмер эҙләп, Төнгә тиклем шарап эсеп, Ҡыҙмаса йөрөгәндәрҙең башына ҡайғы!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios