Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 16:2 - Изге Яҙма

2 Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 16:2
23 Referencias Cruzadas  

Кеше барған юлын дөрөҫ тип һанай, ләкин Раббы йөрәктәрҙе Үҙе үлсәй.


Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес.


Үҙ күҙендә таҙа булып күренгән, ләкин нәжесенән таҙармаған заттар була.


Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.


«Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә, йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме? Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы? Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә.


Сөнки улар үлән һымаҡ тиҙ арала ҡорор, Йәшел үҫенте шикелле һулып ҡалыр.


Кешенең юлы Раббының күҙ алдында, уның һәр аҙымын үлсәй Раббы!


Ҡайһы бер юл тура булып тойолһа ла, ахыры үлемгә алып килә.


Текел – «Һин үлсәүҙә үлсәндең һәм үтә еңел булып сыҡтың».


Тәҡүәнең юлы – тура, Һин Уның юлын тигеҙ итәһең.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


Түәтейралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары баҡыр һымаҡ ялтырап торған Алла Улы былай ти:


Һауалы хәбәрҙәр ҡуйыртмағыҙ, Телегеҙҙән тәкәббер һүҙҙәр сыҡмаһын, Сөнки Раббы – бар нәмәне белгән Алла. Һәр эш Уның тарафынан үлсәмле.


Ахмаҡ үҙ юлын дөрөҫ тип уйлар, аҡыллы әҙәм кәңәшкә ҡолаҡ һалыр.


Уға Раббы фәрештәһе былай тине: – Ниңә һин ишәгеңде инде өс тапҡыр туҡманың? Мин һине туҡтатырға тип сыҡтым, сөнки миңә был Раббы ихтыярынан тыш тотҡан юлың оҡшамай.


Һыуҙы усынан ялап эскәндәр өс йөҙ кеше ине. Ҡалғандары һыуҙы теҙләнеп эсте.


Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны.


Алтын-көмөш утта һынала, әҙәмдәрҙең күңелен Раббы һынай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios