Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 15:9 - Изге Яҙма

9 Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт, Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Иманһыҙҙың юлы Раббыға ҡәбәхәт, ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт, Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 15:9
21 Referencias Cruzadas  

Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Тәҡүәлеккә, тоғролоҡҡа ынтылғандар имен тормош, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙаныр.


Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.


Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?


Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Көн һайын таң атҡан һымаҡ, Уның килеүе ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».


„Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.


«Ғәҙеллеккә ынтылғандар, Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине! Үҙегеҙ уйылып алынған ҡаяға, Үҙегеҙ соҡолоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ.


Тәҡүәнең юлы – тура, Һин Уның юлын тигеҙ итәһең.


Мут әҙәмдең юлы – кәкре, ихластың ғәмәле дөрөҫ булыр.


Тәкәббер ҡараш, һауалы йөрәк – яуыздарҙың гонаһ юлындағы сырағы.


Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.


Сөнки Раббы тәҡүәләрҙең юлын һаҡлар; Яуыздарҙың юлы иһә һәләкәткә илтер.


Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр.


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Тоғро юлды ташлағанды ҡаты яза көтөр, шелтә һүҙгә нәфрәтләнгән – һәләк булыр.


Һин яуызлыҡтан хушһынған Алла түгел, Һинең яныңда залим төйәкләнә алмаҫ.


Раббының һүҙҙәре – пактан-пак: Усаҡта ете ҡат яндырылып Таҙартылған иң саф көмөш һымаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios