Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 15:10 - Изге Яҙма

10 Тоғро юлды ташлағанды ҡаты яза көтөр, шелтә һүҙгә нәфрәтләнгән – һәләк булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Тоғро юлды ташлағанды ҡаты яза көтөр, шелтә һүҙгә нәфрәтләнгән – һәләк булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Тоғро юлды ташлағанды ҡаты яза көтөр, шелтә һүҙгә нәфрәтләнгән – һәләк булыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 15:10
20 Referencias Cruzadas  

Ғилем яратҡан нәсихәтте лә яратыр, шелтәне хуп күрмәгән – аңра ҡалыр.


Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле, шуға ла, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.


Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар, йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ.


Нәсихәтте үҙ итеү – тормошҡа юл, шелтәне үҙһенмәгән – юлдан аҙашыр.


Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


«Өгөт-нәсихәтте ниңә тыңламаным, ниңә йөрәгем шелтәләрҙе кире ҡаҡты,


кәңәшемә ҡолаҡ һалмағанға, шелтә һүҙҙәремде инҡар иткәнгә күрә –


Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.


– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.


Пәйғәмбәрҙе күргәс, Ахав уға: – Эй Исраилдың баш бәләһе, был һинме? – тине.


«Туҡманылар мине, һиҙмәнем, таяҡланылар мине, тойманым, бына йоҡонан торам да, яңынан эсергә керешәм», – тиерһең.


Бөтә кәңәштәремде кире ҡаҡтығыҙ, шелтә һүҙҙәремде ҡабул итмәнегеҙ.


Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт, Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата.


Үлеләр донъяһы һәм Һәләкәт урыны асыҡ булған Раббыға кешенең йөрәгендә ниндәй сер булһын!


Сөнки Уның юлынан тайпылдылар, Уның һуҡмаҡтарын уйламанылар.


Эй бөйөк Хаким, ауыҙымды ас, Телем Һиңә маҡтау һүҙҙәре һөйләр.


Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме?


Ә инде һин яуыз кешене киҫәтһәң, ул иһә, яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер, ә һин үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios