Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 13:5 - Изге Яҙма

5 Тәҡүә әҙәм алдаҡты һөймәй, боҙоҡ иһә хурлыҡҡа төшә, мәсхәрәгә ҡала.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Тәҡүә әҙәм алдаҡты һөймәй, боҙоҡ иһә хурлыҡҡа төшә, мәсхәрәгә ҡала.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Тәҡүә әҙәм алдаҡты һөймәй, боҙоҡ иһә хурлыҡҡа төшә, мәсхәрәгә ҡала.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 13:5
16 Referencias Cruzadas  

Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән үҙегеҙҙән, кейемегеҙҙе сискәндәй, элекке кешене сисеп ташланығыҙ


Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем, ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен.


Аҡыллылар шөһрәт ҡаҙаныр, ахмаҡтар мираҫҡа хурлыҡ алыр.


Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.


Унда үҙегеҙҙе нәжесләгән ҡылыҡтарығыҙҙы, ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ һәм ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн үҙегеҙҙән ерәнерһегеҙ.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.


Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


алдаҡ менән юҡ-бар һүҙҙе яҡын юлатма, хәйерселек тә, байлыҡ та бирмә миңә, миңә көндәлек икмәгемде бир.


тәкәббер ҡараш, ялғансы тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойған ҡулдар,


Ялҡау әллә нәмәләр көтөп ятҡансы, егәрле тамағын туйҙырған.


Һөйөр ваҡыт һәм нәфрәтләнер ваҡыт, Һуғыштың ваҡыты һәм тыныслыҡтың ваҡыты бар.


Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә мине бер тапҡыр ҙа тотонолмаған өр-яңы бауҙар менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.


Яуызлыҡ артынан нәфрәт килә, намыҫһыҙлыҡҡа хурлыҡ эйәрә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios