Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 13:3 - Изге Яҙма

3 Кем телен тыя, шул йәнен һаҡлар, телен тыймаған харап булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Кем телен тыя, шул йәнен һаҡлар, телен тыймаған харап булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Кем телен тыя, шул йәнен һаҡлар, телен тыймаған харап булыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 13:3
18 Referencias Cruzadas  

Теленә ирек бирмәгән кеше үҙен бәләләрҙән һаҡлар.


Үлем менән йәшәү – телдең хөкөмөндә, телгә оҫталар уның емеше менән туйына.


Ахмаҡтың теле – үҙе өсөн һәләкәт сығанағы, әйткән һүҙе – йәненә тоҙаҡ.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Күп һөйләгән гонаһтан ҡотола алмаҫ, телен тыйған аҡыллы булыр.


Ғәйбәт һөйләгән – серҙәрҙе лә асҡан, ауыҙында һүҙ тотмаған менән аралашма.


Кемдер үҙен диндар тип һанап та, телен йүгәнләй алмай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның диндарлығынан фәтүә юҡ.


Яман әҙәм үҙ теленең тоҙағына ҡабыр, дөрөҫлөккә тоғро – бәләнән ҡалыр.


Ә мин улар сирләп ятҡан саҡта, Хәсрәтләнеп ҡыл кейемгә төрөнгәйнем. Үҙемде язалап ураҙа тотҡайным, Улар өсөн ҡабат-ҡабат доға уҡығайным.


Рухым төшкән саҡтарҙа ла, Ҡайһы юлдан йөрөгәнемде беләһең. Һуҡмағыма йәшерен тоҙаҡ ҡоролған ине.


Аҡыллылар белем туплар, ахмаҡтың теле һәләкәтте яҡынайтыр.


Ялҡау әллә нәмәләр көтөп ятҡансы, егәрле тамағын туйҙырған.


Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә мине бер тапҡыр ҙа тотонолмаған өр-яңы бауҙар менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.


Шуға күрә ул ҡатынға йөрәк серен систе: – Минең башыма бәке тейгәне юҡ, тыуа-тыуғандан бирле Алланың нәзиремен. Әгәр ҙә сәсемде ҡырҡһалар, ҡеүәтем бөтәсәк. Мин көсһөҙләнеп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.


Аҡыллы кеше өгөттө ҡабул итер, ахмаҡты теле бәләгә илтер.


Ахмаҡтың һөйләнгәне – арт һанына ҡамсылыр, аҡыллының теле иһә – үҙе өсөн һаҡлыҡтыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios