Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 12:5 - Изге Яҙма

5 Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек, яман әҙәмдең кәңәше – мәкер.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек, яман әҙәмдең кәңәше – мәкер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек, яман әҙәмдең кәңәше – мәкер.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 12:5
20 Referencias Cruzadas  

Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.


Улар, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте.


Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.


Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.


Иманлының уй-теләге – яҡшылыҡҡа, яуыздың өмөттәре Раббының асыуына килтерер.


Әҙәпле ҡатын – ир башындағы таж, әҙәпһеҙ ҡатын – иренең һөйәгендәге серек.


Яуыздарҙың һүҙҙәре – ҡанлы тоҙаҡ, намыҫлының әйткәне яманлыҡтан ҡотҡара.


Зирәк кешенең аҡылы – үҙ юлын белеүҙә, Аҡылһыҙҙар ахмаҡлығы – уларҙың алдашыуында.


«Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. –


Һәр кем үҙенең күршеһен алдай, Береһе лә дөрөҫөн һөйләмәй. Телдәрен ялғанға өйрәтеп бөткәндәр; Хәлдән тайғансы гонаһ ҡылалар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios