Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ефестарға 5:1 - Изге Яҙма

1 Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Ефестарға 5:1
13 Referencias Cruzadas  

Һөйөклөләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡанға күрә беҙгә лә бер-беребеҙҙе яратырға кәрәк.


Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих арҡаһында ғәфү иткән кеүек, бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ.


Шуға күрә, күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.


Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм һөйөклөләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ.


Сөнки Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббы Мин. Изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен.


Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.


Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы.


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Шул саҡта аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып ҡалырһығыҙ. Кешеләргә тормош һүҙен тәҡдим итеп, улар араһында күктәге йондоҙҙарҙай балҡырһығыҙ. Шул саҡ мин Мәсих килер көндә бушҡа көс һалмағанмын һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған тип ғорурлана алырмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios