Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ефестарға 2:7 - Изге Яҙма

7 Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа Ғайса Мәсихтә күрһәтеү өсөн эшләне.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа күрһәтеү өсөн Ғайса Мәсих аша эшләне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа Ғайса Мәсихтә күрһәтеү өсөн эшләне.

Ver Capítulo Copiar




Ефестарға 2:7
13 Referencias Cruzadas  

Ҡотҡарыусыбыҙ Алла иһә Үҙенең яҡшылығын һәм кешеләргә булған мөхәббәтен күрһәткәндә


Шулай итеп, Раббы Ғайсаның исеме һеҙҙең аша данланыр, һәм һеҙ үҙегеҙ ҙә Уның аша данланырһығыҙ. Был Аллабыҙ һәм Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте аша булыр.


Әммә сикһеҙ шәфҡәтле Алла беҙгә ҡарата Үҙенең бөйөк мөхәббәтен күрһәтте:


Һине ситкә типтеләр, күрә алманылар. Яныңдан һис кем үтмәне. Инде һине мәңгегә ғорурлыҡ, Бөтөн быуындарҙың ҡыуанысы итәсәкмен.


Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла Рухы уны Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.


имандаштар берҙәмлегендә лә, Ғайса Мәсихтә лә Уға быуындан-быуынға, мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.


Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios