Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 8:2 - Изге Яҙма

2 Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 8:2
24 Referencias Cruzadas  

Ул көндәрҙә Шушан ҡалаһындағы ҡәлғәлә батша тәхетендә ултырған Ахашверош


Хахалъяһ улы Нөхәмияһтың һүҙҙәре. Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлығының егерменсе йылында, кислеү айында мин Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә инем.


Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр.


Зимри, Ғелам, Мадайҙың барлыҡ батшаларына;


Батша бойороғо иғлан ителгәс, бик күп ҡыҙҙар Шушан ҡәлғәһенә йыйып килтерелеп, Гегай ҡарамағына тапшырылды. Шул ваҡытта Эстер ҙа һарайға алынды, батша ҡатындарын бағыусы Гегайҙың ҡул аҫтына бирелде.


Шул дәүерҙә Шинғар батшаһы Амрафел, Элласар батшаһы Арйох, Ғелам батшаһы Кедорлағомер һәм Гоим батшаһы Тидғал


Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.


Ҡараһам, яр башында бер һарыҡ тәкәһе тора, уның ике ҙур мөгөҙө бар. Һуңыраҡ үҫеп сыҡҡан мөгөҙө беренсеһенән ҡалҡыуыраҡ.


Мин, Даниил, хафаға ҡалдым – күргәндәрем мине ҡурҡытты.


Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.


Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Шушанда йәшәгән йәһүдтәр адар айының ун дүртенсе көнөндә йәнә йыйылып, ҡалала тағы өс йөҙ кешене юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы.


Ул көндө Шушан ҡәлғәһендә үлтерелгәндәрҙең һаны тураһында батшаға хәбәр ителде.


Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Үткән замандарҙа Алла ата-бабаларыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөсә мөрәжәғәт итте.


Эстер: – Беҙҙе күрә алмаған яуыз дошманыбыҙ – ошо бәдбәхет Һаман ул! – тип яуап ҡайтарҙы. Батша менән батшабикә алдында Һамандың ҡото алынды.


Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды.


Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.


Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе.


Ә беренсе айҙың егерме дүртенсе көнөндә мин бөйөк Тигр йылғаһы буйында инем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios