Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 4:14 - Изге Яҙма

14 Был әмер – күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Был әмер – Күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Был әмер – күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».

Ver Capítulo Copiar




Даниил 4:14
19 Referencias Cruzadas  

Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.


Әммә ағастың төпһәһе менән тамырҙарын ҡалдырырға ҡушылған – тимәк, һин бөтә хакимлыҡтың Күктәрҙән булыуын аңлағас, батшалығың һиңә ҡайтарып бирелер.


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тине.


Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып утҡа ташлайҙар.


Тупраҡта тик тамырҙары менән Төпһә генә тороп ҡалһын, Тимер һәм баҡыр менән ҡоршалған килеш Ялан үләндәре араһында, Әйҙә, уны күк ысығы йыуһын, Януарҙар менән бергә үләндә көн күрһен.


оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –


Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе,


арыҫландыҡы һымаҡ көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү, тауыш биреп, һөйләй башланылар.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


«Дауаланыҡ беҙ Бабилды, әммә һауыҡманы. Ташлағыҙ уны, Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә ҡайтайыҡ. Сөнки уға сығарылған хөкөм күккә етте, Болоттарға тиклем күтәрелде».


Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!


Хатта уларҙы әсә ҡарыны ла онотор, Бары ҡорттар ғына тәмләп ашар. Һис кем уларҙы хәтергә алмаҫ – Золом ағас һымаҡ һыныр.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: „Бейек булып үҫкәнгә, башы менән болоттарға тейгәнгә, бейеклеге арҡаһында тәкәбберләнгәнгә күрә,


ерҙе лә, унда йәшәгән кешеләр менән йәнлектәрҙе лә бөйөк көсөм, ҡөҙрәтле ҡулым менән Мин яраттым. Уны Үҙем хуш күргән кешегә бирәм.


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.


Һин кешеләр араһынан ҡыуылырһың, ҡырағай януарҙар менән йәшәрһең; мал ише, үлән менән туҡланырһың. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе баш, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios