Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 2:27 - Изге Яҙма

27 Даниил батшаға былай тип яуапланы: – Батша һораған серҙе аҡыл эйәләре лә, сихырсылар ҙа, тылсымсылар ҙа, фал һалыусылар ҙа аса алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Даниил батшаға былай тип яуапланы: – Батша һораған серҙе аҡыл эйәләре лә, сихырсылар ҙа, тылсымсылар ҙа, фал һалыусылар ҙа аса алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Даниил батшаға былай тип яуапланы: – Батша һораған серҙе аҡыл эйәләре лә, сихырсылар ҙа, тылсымсылар ҙа, фал һалыусылар ҙа аса алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 2:27
12 Referencias Cruzadas  

Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.


Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төштәрен һөйләне, әммә уларҙы берәү ҙә юрай алманы.


Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.


Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм;


Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!


Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.


Төшөн юратыр өсөн, батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, күрәҙәселәрҙе, халдейҙарҙың аҡыл эйәләрен саҡыртырға ҡушты. Улар, килеп, батша алдына баҫты.


Төшөмдә, үҙ түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, мин бына нимә күрҙем. Донъяның тап уртаһында Ғәжәйеп бейек ағас тора.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios