Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 7:1 - Изге Яҙма

1 Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 7:1
26 Referencias Cruzadas  

Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Нух улдары Шем, Хам, Йәфәҫ, ҡатыны, өс килене менән тап ошо көндө кәмәгә инде.


Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.


Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус.


Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ.


Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанундарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.


Раббынан ҡурҡыу – ныҡлы ҡалҡан, үҙеңде лә, затыңды ла һаҡлар.


Нух, туфан һыуынан ҡотолор өсөн, улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә менде.


Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала.


Тура юлдан йөрөгән имен йәшәр, кәкре юлдан киткән фаш ителер.


Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды.


Ҡаршыһында керһеҙ баҫып торам, Гонаһ ҡылыуҙан һаҡландым.


араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios