12 Яҡуптың улдары аталарының ихтыярын үтәне:
Үлгәс, уларҙы Шәхәм ҡалаһына алып килгәндәр һәм ҡасандыр Ибраһим унда йәшәгән Хамор улдарынан көмөш түләп һатып алған ҡәбергә һалғандар.
Балалар, ата-әсәләрегеҙгә Раббыла тыңлаусан булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.
Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.
Ҡәнғәндә йәшәгән кешеләр Горен-Атадтағы матәмде күреп: – Ҡара, нисек үкһеп илай был мысырҙар! – тиеште. Шуға ла Иордан аръяғындағы был урын Авел-Мисраим тип атала.
уны Ҡәнғәнгә алып ҡайтып, Мамре ҡаршыһындағы Махпела баҫыуында булған мәмерйәлә дәфен ҡылдылар. Был мәмерйәне Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп баҫыуы менән бергә һатып алғайны.