Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 48:5 - Изге Яҙма

5 – Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 – Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 – Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 48:5
21 Referencias Cruzadas  

Йософ нәҫеле ике ырыу – Менашше һәм Әфраим ырыуына бүленгәйне. Левиҙәргә ер бирмәнеләр – бары төпләнеп йәшәү өсөн ҡалалар һәм мал-тыуар өсөн шулар тирәһендә көтөүлектәр генә бирелде.


Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы.


Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».


Тотош илде туғыҙ ырыу һәм Менашше ырыуының яртыһы араһында биләмә булараҡ бүл.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның изге ихтыяры һәм маҡсаты.


– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын.


Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп, һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шунда һин Минеке булдың.


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Йософ нәҫеленән: Әфраим ырыуынан – Ғаммиһуд улы Әлишамағ; Менашше ырыуынан – Педаһсур улы Гамлиил;


Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.


Яҡуп үлер алдынан Йософтоң улдарының һәр береһенә иман аша фатиха бирҙе һәм таяғына таянған килеш Аллаға табынып баш эйҙе.


Бер аҙҙан Йософҡа: «Атайың ауырый», – тип хәбәр иттеләр. Ул ике улын – Менашше менән Әфраимды – үҙе менән алып юлға сыҡты.


Ә уларҙан һуң тыуған балалар – һинеке, әммә улар ҙа оло ағаларының ырыуына ҡарар һәм уларҙың өлөшөнән мираҫ алыр.


Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.


Ҡая таштан шишмә урғылтты, Һыу йылға һымаҡ сылтырап аҡты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios