Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Башланмыш 47:26 - Изге Яҙма

26 Йософ урынлаштырған ҡанун Мысырҙа бөгөн дә һаҡланып килә: ҡаһиндар ҡулындағы ер биләмәләренән башҡа, илдәге һәр биләмәнән алынған уңыштың биштән бер өлөшө фирғәүенгә бирелергә тейеш.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Йософ урынлаштырған ҡанун Мысырҙа бөгөн дә һаҡланып килә: ҡаһиндар ҡулындағы ер биләмәләренән башҡа, илдәге һәр биләмәнән алынған уңыштың биштән бер өлөшө фирғәүенгә бирелергә тейеш.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

Башланмыш 47:26
11 Referencias Cruzadas  

Бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәре генә һатып алынманы, сөнки уларҙың биләмәләре фирғәүен тарафынан үҙҙәренә беркетелгән һәм улар шулар иҫәбенә туҡланып йәшәй ине. Шуға күрә уларҙың ерҙәре һатылманы.

Йорттарын тартып алһындар өсөн ҡәүемдәрҙең иң яһилдарын килтерәсәкмен. Мин көслөләрҙең тәкәбберлегенә сик ҡуясаҡмын, уларҙың изге урындары нәжесләнәсәк.

– Һин беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙың! – тине Мысыр кешеләре. – Һин хакимыбыҙҙың күңеленә хуш килеп, фирғәүенгә ҡол булып йәшәйек.

Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын! Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе.

Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.

Фирғәүен бөтә ил буйынса түрәләр ҡуйһын, улар алдағы ете муллыҡ йылында халыҡ үҫтергән уңыштың биштән бер өлөшөн йыйып алһын.

Ерҙән алынған барлыҡ уңыштың һәм ағастарҙан йыйып алынған емештең ундан бер өлөшө – Раббыныҡы, ул Раббының изге өлөшө.

Бына Мин Леви нәҫеленә бөтә хеҙмәттәре, Осрашыу сатырында эш башҡарғандары өсөн Исраилда килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙың унынсы өлөшөн бирәм.

Баҫыуығыҙҙа өлгөргән уңыштың ундан бер өлөшөн йыл һайын айырып ҡуйығыҙ.

Өсөнсө йылда, уңыштың ундан бер өлөшөн биреү йылында, бөтә уңышығыҙҙың ундан бер өлөшөн айырып ал да уны левигә, килмешәккә, етемдәргә һәм тол ҡатындарға бир. Улар ҙа һеҙ йәшәгән ерҙәрҙә ашап туйынһындар.

Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios