Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 43:11 - Изге Яҙма

11 – Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

11 – Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 – Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 43:11
37 Referencias Cruzadas  

Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.


Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай?


Йәһүҙә һәм Исраил сауҙа итте: Тауарҙарың өсөн Минниҫ бойҙайы, Татлы ризыҡ менән бал, Зәйтүн майы менән бәлзәм бирҙе.


Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара.


Шаул хеҙмәтсеһенә: – Барырбыҙ, тик уға нимә бирербеҙ һуң? Моҡсайыбыҙҙа икмәгебеҙ ҙә бөттө. Алла бәндәһенә бирерлек күстәнәсебеҙ ҙә юҡ. Нимәбеҙ ҡалды һуң? – тип һораны.


Беҙ, уны күндерә алмаҫыбыҙҙы аңлағас, тынысланып: – Раббының ихтыярынса булһын! – тинек.


Дедандар һинең менән сауҙалашты. Яр буйҙарының күп халыҡтары алыш-биреш итте. Һинән алғандарға яуап итеп, Фил һөйәге, ҡара ағас килтерҙе.


Ашыҡ, һөйгәнем минең, Еҫле үләндәр ҡаплаған тауҙар буйлап Ғәзәл һымаҡ, йәш болан һымаҡ ел!


Эйе, был баҡсала – нард, зәғферәндәр, Хуш еҫле ҡамыш һәм дәрсен, Барса ладан ағастары, Мирра һәм йөҙйәшәр – Иң затлы хуш еҫле үҫемлектәр.


Һөйөүең шундай ләззәтле, Һылыуым, кәләшем минең, Һинең һөйөүең шараптан татлы; Еҫле майҙарыңдың еҫе Барлыҡ хушбуйҙарҙан тәмлерәк!


Йәшереп бирелгән бүләк – асыуҙы, ҡуйынға тығылған ришүәт ярһыуҙы баҫыр.


Түрә алдында күптәр ҡуштанлана, бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була.


Ярҙам ҡулы һуҙмаҡ булып, башҡа кеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу – алйотлоҡ.


Шунан үҙ-үҙемә әйттем: «Бына нимә минең өсөн хәсрәт: Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй».


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Әйҙә исемдәре тормош китабынан һыҙылһын, Тәҡүәләр менән йәнәшә яҙылмаһын!


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Шул осорҙа Бабил батшаһы Баладан улы Меродах-Баладан Хизкияһҡа хат менән бүләктәр ебәрҙе, сөнки уның ауырығаны тураһында ишеткәйне.


Был хәбәр менән бергә Ахаз Ашшур батшаһына бүләккә Раббы ҡорамында һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә табылған бөтә алтын менән көмөштө ебәрҙе.


Батша Хазаил тигән кешегә: – Бүләк ал да Алла бәндәһенә ҡаршы сыҡ. Уның аша Раббынан һора: был сирҙән ҡотолорға насип булырмы миңә, юҡмы? – тине.


«Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә бүләккә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ, ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын».


Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер булды, йылдың-йылына шулай дауам итте.


Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.


Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.


Бына мин ҡолоңдан хакимыма килтерелгән ниғмәттәр. Улар эргәңдә йөрөгән егеттәргә бирелһен.


Ҡояшта өлгөргән яҡшы уңыш, Үҙ айында бешкән емеш,


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.


– Юҡ, – тип яуап бирҙе Яҡуп, – әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, бүләктәремде ҡабул итеп ал, зинһар! Һине күреү минең өсөн Алланың Үҙен күреү менән бер булды – һин бит мине ихлас ҡаршы алдың.


Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Һаман һуҙмаған булһаҡ, беҙ унда ике тапҡыр барып урай алыр инек инде.


Ағай-эне бүләктәр әҙерләп, көмөштө элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алды ла, Мысырға килеп, Йософ алдына баҫты – был юлы Бинйәмин менән.


Ағай-эне бүләктәрен сығарып теҙеп һалды ла Йософтоң төшкөлөккә ҡайтҡанын көтә башланы: төшкө ашты бында ашаясаҡтары уларға әйтелгәйне инде.


Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙтүбән ергә ҡапландылар.


Шева һәм Рағма сауҙагәрҙәре Хуш еҫле матдәләрҙең иң яҡшылары, Аҫыл таштар менән һатыу итте, Тауарҙарың өсөн алтын бирҙе.


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios