Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 42:9 - Изге Яҙма

9 Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 42:9
15 Referencias Cruzadas  

Раббы үгеҙ башмаҡ һыны – теге, Һарун яһаған үгеҙ башмаҡ һыны өсөн – Исраил халҡын бәләгә ҡалдырҙы.


Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Исраил шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булмай.


Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.


күҙәтселәр ебәрҙе. Улар Шаулдың ысынлап та килгәнен дөрөҫләне.


Шымсылар ҡаланан сығып килгән бер кешене күреп, уға: – Ҡалаға инер юлды күрһәтһәң, яҡшылығыңа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырбыҙ, – тинеләр.


Исраилдар ҡаланы һәм унда булған бар нәмәне үртәне. Бары тик алтын-көмөштө, баҡыр һәм тимер әйберҙәрҙе Раббы йортоноң хазина һаҡлағысына алдылар.


Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.


Раббы Мусаға былай тине:


иң кесе ҡустығыҙ менән бында кире килегеҙ. Шул саҡта мин һеҙҙең шымсылар түгел, ә намыҫлы кешеләр булыуығыҙға ышанырмын – туғанығыҙҙы ла ебәрермен, һеҙгә беҙҙең ерҙәрҙә иркен йөрөргә лә рөхсәт итермен».


Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында булыр – шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ, тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүендең ғүмере менән ант итәм!


Ғаммон түрәләре үҙҙәренең хакимы Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен, атайыңды ихтирам иткәнгә, һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен ҡаланы ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тине.


Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios