Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 42:13 - Изге Яҙма

13 – Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 – Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 – Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 42:13
26 Referencias Cruzadas  

– Малай юҡ та баһа! – тине Рәүвән, ҡустылары янына килеп. – Миңә ни эшләргә инде? Ҡайҙа барырға миңә хәҙер?


Беҙ һин хакимыбыҙға: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата.


беҙ бер ата балалары, ун ике туғанбыҙ; беребеҙ юҡ инде, иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән Ҡәнғәндә ҡалды, тинек.


– Ул кеше: «Атайығыҙ иҫән-аманмы? Башҡа берәй туғанығыҙ бармы?» – һымаҡ һорауҙар менән беҙҙең хаҡта һәм яҡын туғандарыбыҙ тураһында төпсөнөп һораша башланы, беҙ уның һәр һорауына яуап бирергә тырыштыҡ. Уның: «Бәләкәй ҡустығыҙҙы миңә алып килегеҙ!» – тип әйтерен ҡайҙан ғына беләйек инде? – тине улар.


«Рама ҡалаһында көслө бер тауыш – иңрәп, һыҡтап илау ишетелә: балалары өсөн Рәхилә илай был. Үҙен йыуатыуҙарын һис теләмәй, сөнки балалары юҡтар инде».


Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.


Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде.


Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде».


– Йософ тере, – тине улар Яҡупҡа, – хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә. Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: уларға ышана алманы.


Береһе эргәмдән китте. Уны берәй йыртҡыс ботарлағандыр тип уйланым, бүтән мин уны күрмәнем.


– Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!


Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!


Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, шымсы түгел.


– Юҡ, – тине Йософ, – еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә уңайлы булғанын белер өсөн килгәнһегеҙ.


– Әйттем бит, – тине Йософ, – һеҙ шымсылар.


Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios