Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 37:26 - Изге Яҙма

26 Йәһүҙә туғандарына: – Ҡустыбыҙҙы үлтереп, уның ҡанын йәшереүҙән беҙгә ни файҙа?

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Йәһүҙә туғандарына: – Ҡустыбыҙҙы үлтереп уның ҡанын йәшереүҙән беҙгә ни файҙа?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Йәһүҙә туғандарына: – Ҡустыбыҙҙы үлтереп, уның ҡанын йәшереүҙән беҙгә ни файҙа?

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 37:26
16 Referencias Cruzadas  

– Үлтереп һыу соҡорона ырғытайыҡ та, ҡырағай януар ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!


– Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?


Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо; Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды, Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне.


Шул саҡ килгәндәрҙең араһындағы ун кеше Исмәғилгә: – Үлтермә беҙҙе! Ҡырҙа йәшереп ҡуйған бойҙай, арпа, зәйтүн майы һәм балыбыҙ бар, – тип ялынды. Исмәғил уларҙы башҡалар менән бергә үлтермәне.


Мине дошман ҡулына төшөрмәнең, Иркен ергә сығарып баҫтырҙың.


Һеңдермәһәңсе ҡанымды, тупраҡ! Зарлы тауышым тынып ҡалмаһын!


Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Әгәр йәшәгән ерегеҙҙә һеҙ хөкөм итә алмаҫлыҡ ҡатмарлы хөкөм эштәре була ҡалһа, мәҫәлән, кеше үлтереү, зыян килеү йәки башҡа төрлө дөрөҫлөктө табыу ҡыйын булған хәлгә юлыҡһағыҙ, Аллағыҙ Раббы һайлаған урынға бар.


– Мин хәҙер астан үләм! – тине Ғаяз. – Минең баш бала булыуымдан ни файҙа?


Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!


– Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!


Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!


Әлнаҫан, Делаяһ һәм Гемаръяһ төргәк китапты яҡмаҫҡа инәлһә лә, батша уларға ҡолаҡ һалманы.


Раббы Ҡабилдан: – Һабил ҡустың ҡайҙа? – тип һораны. – Белмәйем, – тип яуапланы Ҡабил. – Әллә мин ҡустыма һаҡсымынмы?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios