Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 35:7 - Изге Яҙма

7 шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Ил-Бейт-Ил тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Ил-Бейт-Ил тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 35:7
16 Referencias Cruzadas  

Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны.


Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.


Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.


Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.


Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.


Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.


Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.


Яҡуп, Беер-Шәвәғтән китеп, Харанға табан юл алды.


– Ҡурҡыныс урын бит был! – тип ҡуйҙы. – Был бит Алла йорто, күк ҡапҡаһы.


Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте.


Мин – Бейт-Илдәге Алла бит, таш бағанаға зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».


Яҡуп үҙе менән Алла һөйләшкән был урынды Бейт-Ил тип атаны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios