Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 31:28 - Изге Яҙма

28 Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Алйотлоҡ ҡылдың һин!

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Алйотлоҡ ҡылдың һин!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Алйотлоҡ ҡылдың һин!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 31:28
15 Referencias Cruzadas  

Иртәгәһен Лаван, ейәндәре менән ҡыҙҙарын үбеп, фатихаһын бирҙе лә өйөнә ҡайтып китте.


Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте.


Ильясиғин, үгеҙҙәрен ташлап, Ильяс артынан йүгерҙе. – Ҡайтып ата-әсәмде үбеп хушлашайым инде. Шунан һинең арттан китермен, – тип рөхсәт һораны. – Бар, – тине Ильяс. – Мин һине тотаммы ни?


Килендәре тағы ла нығыраҡ илай башланы. Ғорпа ҡәйнәһе менән үбешеп хушлашты ла китеп барҙы. Ә Рут, ҡәйнәһенә һыйынып, уның янында ҡалды.


Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.


Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ.


– Аҡылһыҙҙарса эш иткәнһең, – тине Шемуил. – Аллаң Раббының бойороғон тотманың. Әгәр Алланың ҡушҡанын тыңлаған булһаң, нәҫелең Исраилда мәңге батшалыҡ итер ине.


Раббы һәр берегеҙгә яңы ир йортонда рәхәтлек табырға насип итһен, – тине. Ул хушлашып килендәрен үпте, ләкин улар ҡысҡырып илай-илай:


Раббы Һарунға: – Бар, сүлгә барып, Мусаны ҡаршы ал, – тине. Һарун юлға сыҡты. Алла тауы янында Мусаны осратты, уны үбеп сәләмләне.


Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!


Мин – Бейт-Илдәге Алла бит, таш бағанаға зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».


Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.


Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп бөтә булғандарҙы һөйләп биргәс,


Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!» – тине.


Яҡуп үҙ юлы менән китте һәм уны Алланың фәрештәләре ҡаршы алды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios