Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 3:16 - Изге Яҙма

16 Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр».

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр».

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 3:16
30 Referencias Cruzadas  

Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ.


Йәнә мин шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы – Алла.


Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәттә, изгелек һәм әхлаҡлылыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ, ҡотҡарыласаҡ.


йыйылыштарҙа ҡатын-ҡыҙ өндәшмәй генә ултырһын. Унда уларға һөйләргә рөхсәт ителмәй, ҡанунда яҙылғанса, улар буйһонорға тейеш.


Ҡатын үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ире хужа. Шуның кеүек, ир ҙә үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ә ҡатыны хужа.


Сәғәте еткәс, ауырлы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тапҡас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота.


Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.


«Улар хаҡында хәбәр ишетеп, Ҡулыбыҙ һәленеп төштө. Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнебеҙҙе өттө.


Әгәр ире ишетеп тыйһа, ҡатындың әйткән нәҙерҙәре, вәғәҙәләре көсөндә булмаҫ, сөнки ире кире ҡаҡты, ә Раббы ҡатынды ғәфү итер.


Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.


Батша сығарған был фарманды бөтә бөйөк батшалыҡта уҡып ишеттергәс, юғары ҡатламда ла, түбәнендә лә бар ҡатындар ҙа үҙ ирҙәренә хөрмәт күрһәтер.


Эй Ливанда төйәкләнгән, Кедр ағасында оя ҡорған әҙәм, Тулғаҡтан ғазапланған ҡатындай Ҡыҙғаныс ыңғырашасаҡһың».


Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?


Күргәндәремдән билемә сәнсеү ҡаҙалды, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазап алды. Ишеткәндәремдән ҡалтырап төштөм, Дәһшәткә төштөм күргәндәремдән.


Барыһын да дәһшәт сорнап алыр, Тартышыуҙан, һыҙланыуҙан бөгөлөп, Тулғаҡ тотҡан ҡатындай ғазапланырҙар. Ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарарҙар, Биттәре уттай янып ҡыҙарыр.


Дамасктың ҡото осто, Ҡасырға әҙерләнде, ҡурҡыуға бирелде, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, ғазапҡа сорналды.


Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»


Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Ниңә ҡурҡырға миңә яман көндәрҙә, Мәкерлеләрҙең яуыз эштәре мине уратып алғанда?


Тәүҙә бит Әҙәм, унан Һауа яратылған.


Яғбес бөтә туғандарына ҡарағанда ла хөрмәтлерәк була. Әсәһе: «Мин уны һыҙланып таптым», – тип, уға Яғбес тип исем ҡушҡан була.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios