Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 25:20 - Изге Яҙма

20 Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 25:20
18 Referencias Cruzadas  

Рабиғаның Лаван тигән ағаһы бар ине. Һеңлеһендә алҡа менән беләҙектәрҙе күргәс, Рабиға теге кешенең нимә тураһында һөйләгәндәрен дә әйткәс, ҡоҙоҡ янына ашыҡты. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе эргәһенә килде – ул дөйәләре менән һаман ҡоҙоҡ эргәһендә тора ине.


Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты.


Беҫуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы. Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға ҡатыны Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе.


Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып, килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.


Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!


Шулай итеп Яҡуп уға бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡайтып китеүе менән арами Лаванды алданы.


йыйған бөтә байлығын, Паддан-Арамда үрсеткән малдарын алды ла Ҡәнғәнгә, үҙ атаһы Исхаҡ янына ҡайтыу яғына ыңғайланы.


Ильясиғин пәйғәмбәр ваҡытында Исраилда махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.


Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә


Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.


Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине.


Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән.


һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте.


Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.


Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер. Былар Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары.


Былар Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары. Лиә уларҙы һәм ҡыҙы Динәне Паддан-Арамда тапҡайны. Яҡуптың улдары һәм ҡыҙҙары йәмғеһе утыҙ өс кеше ине.


Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харанға ҡас.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios