Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 24:40 - Изге Яҙма

40 Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

40 Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

40 Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 24:40
20 Referencias Cruzadas  

Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр.


Күҙ алмаңдай һаҡла мине; Ҡанатың аҫтына йәшер


Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.


Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды.


Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы.


Ә мине ҡырағай үгеҙ һымаҡ көслө иттең, Башыма саф зәйтүн майы һөрттөң.


Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.


– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.


– Эй Исраил Аллаһы Раббы! Юғарыла – күктә лә, түбәндә – ерҙә лә Һиңә тиң булырлыҡ башҡа бер алла ла юҡ, – тине. – Һиңә бөтөн булмышы менән бирелеп, хаҡ юлыңдан йөрөгән ҡолдарыңа мәрхәмәтлеһең, улар менән төҙөгән килешеүгә тоғроһоң.


Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ.


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө.


Меҫушелах тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алла юлында йөрөнө. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.


Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәткән фәрештәнең аяҡтарына йығылдым.


Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.


– Тотҡарламағыҙ инде, – тине хеҙмәтсе. – Раббы юлымды хәйерле иткән икән, ебәрегеҙ мине, ҡайтайым хужама.


Сөләймән Уға: – Һин атайым Дауытҡа, Үҙеңдең ҡолоңа, Һиңә тоғро булғаны, ихлас күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәне өсөн бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, – тип яуап ҡайтарҙы. – Уны Үҙеңдең оло мәрхәмәтеңдән ҡалдырмай, бөгөн тәхетендә ултыртыр өсөн бер ул бирҙең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios