Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 24:35 - Изге Яҙма

35 Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

35 Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

35 Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 24:35
20 Referencias Cruzadas  

Ибраһим ҡартайғайны, йәше өлкәнәйгәйне инде. Раббы уға һәр йәһәттән фатихалы булды.


Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине.


Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


Ибраһим вафат булғандан һуң, Алла уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.


Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Раббының исеме данланып торһон!


Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.


Ул – атайыңдың Аллаһы, Ул ярҙамын бирер, Ул – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, фатиха бирер. Ул фатиха яуыр асмандан, Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан, Әсә күкрәге һәм ҡарынынан.


Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте.


Тыйнаҡлыҡ һәм Раббынан ҡурҡыуҙың нәтижәһе – байлыҡ, хөрмәт, имен тормош.


Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә,


Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


Ибраһим бөтә мөлкәтен Исхаҡҡа бирҙе.


Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios