Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 24:27 - Изге Яҙма

27 – Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

27 – Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 – Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 24:27
31 Referencias Cruzadas  

Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем.


Данлаһындар бөйөк һәм дәһшәтле исемеңде. Ул мөҡәддәс!


Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине: – Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма!


Дауыт Авигаилгә: – Бөгөн һине ҡаршыма ебәргән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! – тип яуап ҡайтарҙы. –


Ҡатындар Ноғомиға: – Һине нәҫелдән яҙҙырмаған Раббы мөбәрәк булһын! Был баланың исеме Исраилда дан ҡаҙанһын! – тинеләр. –


– Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм фирғәүендең ҡулынан ҡотҡарған Раббы мөбәрәк булһын! – тине Итро. – Халыҡты мысырҙарҙың иҙеүенән Ул азат иткән!


– Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе,


Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр.


Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға.


Ахимағас батшаға: – Бөтәһе лә яҡшы, – тип ҡысҡырҙы. Шунан батша алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Хакимым батшаға ҡаршы баш күтәргән кешеләрҙе ҡулыңа тапшырған Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! – тине.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән-мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Беҙҙе күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән Мәсихтә фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.


Мин тоғролоҡ юлынан, ғәҙеллек эҙҙәренән йөрөйөм,


Яҡыныраҡ кил, йәнемде ҡотҡар, Дошмандарымдан мине йолоп ал!


Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе.


Иртәгәһенә Муса әлеге урынға ҡабат килде – ике ғивриҙең талашҡанын күрҙе. – Ниңә ҡәрҙәшеңә һуғаһың? – тип һораны Муса йәберләүсенән.


Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята.


Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән,


Раббының үҙ юлын хәйерле иткәнме, әллә юҡмы икәнен аңларға теләп, хеҙмәтсе уны өндәшмәй генә күҙәтте.


Минең тыуған илемә, туғандарым янына барып, улыма ҡатынды шунан алып ҡайт.


Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын! Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе.


Ибрам Лутҡа: – Беҙ бит туғандар, – тине. – Үҙебеҙҙең арала ла, көтөүселәребеҙ араһында ла ыҙғыш-талаш булмаһын!


Йәнә әйтте: – Шемдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ҡәнғән уға ҡол булһын.


Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер!


Раббы Муса алдынан үтеп, былай иғлан итте: – Раббы, Раббы, рәхимле һәм мәрхәмәтле, сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле һәм тоғро Раббы Алла.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios