Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 21:2 - Изге Яҙма

2 Сара ауырға ҡалды һәм, Ибраһимдың ҡартлыҡ көнөндә, Алла билдәләгән ваҡытта, бер ир бала тапты.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Сара ауырға ҡалды һәм Ибраһимдың ҡартлыҡ көнөндә, Алла билдәләгән ваҡытта, бер ир бала тапты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Сара ауырға ҡалды һәм, Ибраһимдың ҡартлыҡ көнөндә, Алла билдәләгән ваҡытта, бер ир бала тапты.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 21:2
12 Referencias Cruzadas  

Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.


Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған.


Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ – Яҡупты, ә Яҡуп киләсәктә ун ике ырыу башлығы булып киткән үҙ улдарын сөннәтләгән.


Бына Әлисабет туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте.


Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


– Киләһе йыл ошо мәлдә тағы килермен, – тине мосафирҙарҙың береһе. – Ул ваҡытта ҡатының Сараның улы буласаҡ. Сара ҡунаҡтың артында, сатыр ауыҙында тыңлап тора ине.


– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Әммә килешеүемде киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән нығытырмын.


Вәғәҙә һүҙе былай: «Бер йылдан ошо ваҡытта әйләнеп килермен, ул мәлдә Сараның улы тыуған булыр».


Әммә Мин һеҙҙең тәүатағыҙ Ибраһимды йылғаның аръяғынан алып сыҡтым. Уны оҙаҡ йөрөттөм – ул тотош Ҡәнғән илен урап сыҡты. Мин уның тоҡомон күбәйттем. Мин уға улы Исхаҡты бүләк иттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios