Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 19:8 - Изге Яҙма

8 Минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Бына минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 19:8
12 Referencias Cruzadas  

Ана минең үҙемдең ир ҡулы ҡағылмаған ҡыҙым, ә был кешенең йәриәһе бар, шуларҙы сығарам. Уларҙы көсләгеҙ, теләһә ни эшләгеҙ, тик минең ҡунағыма ундай әшәкелек эшләмәгеҙ.


Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар.


Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны.


Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.


Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.


– Асыуланма, хакимым! Был кешеләрҙең яһиллыҡҡа әүәҫлеген үҙең беләһең.


Рәүвән атаһына былай тине: – Әгәр ҙә мәгәр Бинйәминде кире алып ҡайтмаһам, ике улымды үлтер. Миңә ышанып тапшыр ҡустымды, уны һиңә кире алып ҡайтасаҡмын.


Ә мин икмәк алып киләйем, үҙәк ялғап алырһығыҙ, унан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ – барыбер мин ҡолоғоҙ янынан үтеп бараһығыҙ бит. – Әйҙә, әйткәнеңсә булһын, – тине мосафирҙар.


– Ағай-эне, бындай золом ҡылмағыҙ!


Йорт хужаһы улар эргәһенә сығып: – Юҡ, туғандар, ундай енәйәт эш ҡылмағыҙ. Ул бит минең ҡунағым, әшәкелек ҡылмағыҙ, – тине. –


Мыҫҡыл итеүсене төҙәтһәң – хурланырһың, яманды шелтәләһәң – үҙеңде мәсхәрәләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios