Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 19:22 - Изге Яҙма

22 Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер нәмә лә эшләй алмайым. Шуға күрә лә был ҡала Соғар тип атала.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер нәмә лә эшләй алмайым. Шуға күрә лә был ҡала Соғар тип атала.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер нәмә лә эшләй алмайым. Шуға күрә лә был ҡала Соғар тип атала.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 19:22
15 Referencias Cruzadas  

Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны.


Содом батшаһы Берағҡа, Ғамора батшаһы Биршағҡа, Адма батшаһы Шинавҡа, Севоим батшаһы Шемәверға һәм Белағ, йәғни Соғар батшаһына ҡаршы яу асты.


– Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам».


Ҡалдыр Мине: ялҡынлы асыуымды өҫтәренә түгәйем дә уларҙы юҡ итәйем. Ә һинән бөйөк халыҡ хасил итермен, – тине.


Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.


Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ.


Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы.


Хешбон менән Әлғәленең иңрәүҙәре Яһасҡа олғашыр, Соғарҙан Хоронаимға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа саҡлы барып етер. Хатта Нимрим һыуҙары ҡорор.


Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм.


Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.


– Ярай, – тине уға фәрештә, – һинең хаҡыңа мин быны ла эшләрмен, һин әйткән ҡаланы һаҡлап алып ҡалырмын.


Ер өҫтөнә ҡояш ҡалҡты, Лут Соғарға килеп етте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios