Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 17:14 - Изге Яҙма

14 Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Ә сөннәтләнмәгән ир-егет – халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 17:14
24 Referencias Cruzadas  

Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр.


Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә.


Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның туҫтағынан эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ.


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


Улар әйткәндәремде тыңлауҙан баш тартҡан ата-бабаларының гонаһтарын ҡабатлай, бүтән илаһтар артынан эйәрәләр, уларға хеҙмәт итәләр. Исраил һәм Йәһүҙә нәҫелдәре ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде боҙҙо.


Оло юлдар бушап ҡалды; сәфәр ҡылыусы юҡ. Килешеү боҙолдо, шаһиттар кире ҡағылды, Кешенең баһаһы бөттө.


Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне, Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы, Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды, Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо.


Уны ашаған кеше ғәйебе өсөн яза алыр, сөнки ул Раббының изгеһен бысратты, шуға күрә халҡы араһынан ҡыуылыр.


Бындай әшәкелектәрҙе ҡылған һәр кем, быны эшләгән һәр кеше, халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Әгәр кем дә булһа берәү Раббыға ут ҡорбаны булараҡ килтерелгән малдың майын ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр.


Еҫен үҙе еҫкәр өсөн бындай ҡатнашма эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.


Алла Ибраһимға тағы былай тине: – Ҡатының Сараяны инде Сарая тип атама, бынан һуң уның исеме Сара булыр.


– Беҙ улай итә алмайбыҙ, – тине улар. – Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү беҙҙең өсөн хурлыҡ.


Был көндө нәфсеһен тыймаған һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.


Минең ризығымды – эс майын һәм ҡан килтергән ваҡытта Изге торлағыма йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙы индереп, ҡорамымды нәжесләнегеҙ! Ерәнгес эштәрегеҙ менән килешеүемде боҙҙоғоҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios