Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 14:22 - Изге Яҙма

22 Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

22 – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға ҡулымды күтәреп ант итәм.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 14:22
22 Referencias Cruzadas  

Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер йылдан, ике йылдан һәм ярты йылдан, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас тамамланыр.


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!


Ҡыҙын күргәс, Ифтах өҫтөндәге кейемен йыртып: – Эй ҡыҙым, һин мине тәҡәтһеҙ ҡалдырҙың, башыма бәлә килтерҙең. Мин бит Раббыға нәҙер әйттем, һүҙемде кире ала алмайым, – тине.


Ҡулымды күккә күтәреп, Мәңге йәшәүем менән ант итәм:


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


«Көмөш – Минеке, алтын – Минеке, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы.


Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Содом батшаһы Ибрамға: – Миңә кешеләремде ҡайтарһаң булды, ә мал-мөлкәтте үҙеңә ҡалдыр, – тине.


күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!


– Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте.


Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле.


Батшалығыңдың шөһрәтен улар һөйләр, Ҡөҙрәтең хаҡында бәйән итер;


Күк һәм күктәрҙең асманы ла, ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмәләр ҙә Аллағыҙ Раббыныҡы;


Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ.


Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios