Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 10:19 - Изге Яҙма

19 Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 10:19
29 Referencias Cruzadas  

Содом батшаһы Берағҡа, Ғамора батшаһы Биршағҡа, Адма батшаһы Шинавҡа, Севоим батшаһы Шемәверға һәм Белағ, йәғни Соғар батшаһына ҡаршы яу асты.


Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе.


улар араһында йәшәгән барса килмешәктәргә, Ғус еренең бөтә батшаларына, пелештиҙәр иленең бөтә батшалары – Ашҡылон, Газа, Ғәҡрон ҡалалары хакимдары һәм Ашдодтың иҫән ҡалған халҡына;


Бер көндө Шимшон Газа ҡалаһына барҙы һәм, бер фәхишә ҡатынды күреп, уға инде.


Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп, Әҙәм балаларын айырғанда, Исраил улдарының һанына күрә Халыҡтарҙың сиген билдәләне.


Илдә Ибраһим заманындағы йотлоҡтан башҡа тағы бер аслыҡ булды. Исхаҡ Герарға, пелештиҙәр батшаһы Авимәләхкә китте.


Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне.


Шунан Ибраһимға: – Содом менән Ғаморала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, уларҙың гонаһтары бик ауыр, – тине. –


Раббының бер фәрештәһе Филиппусҡа: – Йыйын да көньяҡҡа, Йәрүсәлимдән Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине.


аруадиҙар, семариҙар һәм хамаҫиҙар тарала. Һуңынан Ҡәнғәндең нәҫел-ырыуы тирә-яҡҡа йәйелде.


Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Хам нәҫелдәре.


Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы.


Ғаврон, Рехов, Хаммон һәм Ҡанаға табан дауам итә. Бөйөк Сидон ҡалаһына килеп етеп,


Аса үҙенең кешеләре менән уларҙы Герарға тиклем баҫтыра. Куштар ҡыйратыла, бер тере йән эйәһе лә ҡалмай, сөнки улар өҫтөнән Раббы һәм Уның ғәскәре еңеү яулай. Йәһүҙиҙәр бик күп яумал ала.


Оял, Сидон, диңгеҙ ярындағы ҡәлғә! Сөнки диңгеҙ һиңә әйтә: «Мин тулғаҡ ғазабы кисермәнем, бала тапманым, Уландар тәрбиәләмәнем, Ҡыҙҙар үҫтермәнем».


Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды.


– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сидонға табан бор, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.


Ә ғаууиҙар Газаға тиклемге ауылдарҙа йәшәй ине, әммә Кафторҙан сыҡҡан кафториҙар уларҙы ҡырып бөтөп, урындарына үҙҙәре ултырҙы.


сатырҙар ҡороп урынлашып ала, Газа ҡалаһына тиклем бөтә уңышты юҡ итә, исраилдарға ашарға ризыҡ та, эре мал менән ваҡ мал да, ишәк тә ҡалдырмай.


икенсеһе Бейт-Хоронға табан йүнәлде, өсөнсөһө сүлгә, Севоим үҙәненә ҡараған юл буйлап сик яғына китте.


Раббы Аса менән йәһүҙиҙәрҙең күҙе алдында куштарҙы тар-мар итә. Куштар ҡаса башлай.


Уларҙы кире урындарына алып бара алырһыңмы? Өйҙәренә илткән һуҡмаҡты һин табырһыңмы?


Раббы диңгеҙ өҫтөнә ҡул һуҙҙы, Батшалыҡтарҙы тетрәтте, Ҡәнғән ҡәлғәләрен йығырға бойорҙо, әйтте:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios