Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 6:13 - Изге Яҙма

13 Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре, көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 6:13
15 Referencias Cruzadas  

Барлыҡ күк есемдәре сереп бөтөр, Күк йөҙө төргәк кеүек төрөлөр; Йондоҙҙар йөҙөм япрағы, Шиңгән инжир япрағы һымаҡ ҡойолор.


Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».


Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.


Ул, күк көстәренә тиклем үҫеп етеп, уларҙың бер өлөшөн һәм йондоҙҙарҙың бер өлөшөн ергә ауҙарҙы һәм уларҙы тапап ташланы.


Һине һүндереп, күкте ябырмын, Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен; Ҡояшты болот менән ҡаплармын, Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ.


Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер.


Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.


Бөтә ҡәлғәләрең менән һин үҙең Емеше өлгөргән инжир ағасына тиңһең. Һелкетеү менән, ашарға теләгәндең Ауыҙына өҙөлөп төшәсәкһең.


Был әмер – күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».


Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған.


Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.


Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер!


күктән йондоҙҙар ҡойолор, күк көстәре тетрәр».


Емешен өлгөрмәҫ борон ҡойған йөҙөм, Сәскәһен ҡойған зәйтүн ағасы һымаҡ булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios