Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 4:7 - Изге Яҙма

7 Йән эйәләренең беренсеһе – арыҫланға, икенсеһе үгеҙ быҙауға оҡшаған, өсөнсөһөнөң йөҙө кешенеке һымаҡ һәм дүртенсеһе осоп барған бөркөт кеүек ине.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Йән эйәләренең беренсеһе – арыҫланға, икенсеһе үгеҙ быҙауға оҡшаған, өсөнсөһөнөң йөҙө кешенеке һымаҡ, һәм дүртенсеһе осоп барыусы бөркөт кеүек ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Йән эйәләренең беренсеһе – арыҫланға, икенсеһе үгеҙ быҙауға оҡшаған, өсөнсөһөнөң йөҙө кешенеке һымаҡ һәм дүртенсеһе осоп барған бөркөт кеүек ине.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 4:7
20 Referencias Cruzadas  

Һәр кирубтың дүрт йөҙө бар ине: беренсеһе – кируб йөҙө, икенсеһе – кеше йөҙө, өсөнсөһө – арыҫлан йөҙө һәм дүртенсе йөҙ бөркөт йөҙө ине.


Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине.


Һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты, ҡанаттары аҫтында әҙәмдекенә оҡшаған ҡулдары бар ине.


Тәхет ҡаршыһында гәлсәргә оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар. Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны.


Тәүгеһе арыҫланға оҡшағайны, бөркөттөкө кеүек, ҡанаттары бар ине. Шунан мин күрҙем: уның ҡанаттары йолҡондо, кеше һымаҡ ике аяғына торғоҙоп баҫтырылды һәм уға әҙәм йөрәге бирелде.


Ҡанаттары аҫтында дүрт яҡтан кешенеке һымаҡ ҡулдары бар. Дүртеһенең дә йөҙҙәре һәм ҡанаттары былай:


Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.


Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.


Бөркөт кеүек күккә ашһаң да һин, Йондоҙ араһында оя ҡорһаң да – Унан да һине бәреп төшөрөрмөн!» – тип белдерә Раббы.


Илдә бола сыҡҡан саҡта, хакимдар күп, төшөнсәле һәм ғилемле хаким булһа, ил һаҡланыр.


Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар.


Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған Йәш арыҫлан һин, Йәһүҙә. Гүйә ул арыҫлан – ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан – Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?


Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“»


Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына, Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».


Бәрәс икенсе мисәтте ҡуптарып алғас, икенсе йән эйәһенең: – Кил! – тип әйткәнен ишеттем.


Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең: – Кил! – тип әйткәнен ишеттем. Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны.


Бәрәс дүртенсе мисәтте ҡуптарып алғас, дүртенсе йән эйәһенең: – Кил! – тигән тауышын ишеттем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios