Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 22:11 - Изге Яҙма

11 Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр – хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр – хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 22:11
22 Referencias Cruzadas  

Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр.


Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.


Әммә Үҙем һинең менән һөйләшкәндә, ауыҙыңды асырмын. Уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең. Тыңлағандары тыңлаһын, тыңламағандары тыңламаһын, сөнки улар – фетнәсел халыҡ.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.


Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.


Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған


Тегеләр май һатып алып йөрөгән арала, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә инеп киткән һәм артынан ишек ябылған.


Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.


Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне.


Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас: – Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно.


Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә гонаһығыҙ эсендә үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.


күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.


Болот тулышҡас, ергә ямғыр яуҙыра; әгәр ағас көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауһа, ҡайҙа ауған, шул урында ҡала.


Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.


әле Үҙе алдында изге, кәмселекһеҙ һәм ғәйепһеҙ тормош алып барыусы итеп ҡуйыу өсөн, Мәсихтең кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы.


Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios