Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 21:24 - Изге Яҙма

24 Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһында йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

24 Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһы эсендә йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһында йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 21:24
22 Referencias Cruzadas  

Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның ике ярында ла йылына ун ике тапҡыр, йәғни ай һайын үҙ емешен биреп торған тормош ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн.


Был ҡалаға халыҡтарҙың зиннәтле хазинаһын, байлығын килтерерҙәр.


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Мин уларҙың ғәмәлдәрен дә, фекерҙәрен дә беләм. Бөтә ҡәүемдәрҙе һәм телдәрҙе бергә туплаған сағым етер. Улар килеп Минең шөһрәтемде күрәсәк.


Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар Әсә кеүек һине имеҙәсәк. Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы, Һине йолом биреп һатып алған Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең.


Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың, Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер. Сөнки Ул һине данға сорнаны».


Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».


йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Алла хуш күрерҙәй, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, ҡаһин хеҙмәтен башҡарам.


сөнки Македония менән Ахаялағы берҙәмлектәр Йәрүсәлимдәге имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Ливандың даны булған кипарис, ҡарағай, платан ағастары, Изге торлағымды матурлар өсөн, һиңә ташылыр. Аяҡ баҫҡан урынымды шулай данға күмәсәкмен.


Күктән яуған ямғыр һәм ҡар ергә төшә, Үҫемлектәр үҫтерһен, уңдырышлы булһын, Сәсеүсегә орлоҡ, ашаусыға икмәк бирһен өсөн Тупраҡты һуғара, ә ҡабаттан күккә күтәрелмәй.


Эй Яҡуп нәҫеле, кил! Раббы яҡтылығының нуры аҫтында йөрөйөк.


Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн Дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар».


Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios