Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 2:26 - Изге Яҙма

26-28 Еңгән кешегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер – уларҙы балсыҡ көршәктәй ватыр. Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

26-28 Еңеүсегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер – уларҙы балсыҡ һауыт ватҡан һымаҡ ватыр. Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26-28 Еңгән кешегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер – уларҙы балсыҡ көршәктәй ватыр. Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 2:26
32 Referencias Cruzadas  

Мин еңеп Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырған кеүек, еңгән кешегә Мин дә Үҙемдең янымда тәхеттән урын бирермен.


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен».


Һора Минән, милек итеп ҡәүемдәрҙе, Биләмәгә ерҙең һәр тарафын бирәм.


Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.


Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына.


– Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.


Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кеше икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».


Еңгән кешене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Йәрүсәлимдең яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә серле майҙә һәм аҡ таш бирермен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».


Ә Уның бойороғо шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул бойорғанса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.


Эй буш бәндә! Ә һин ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ икәнен күрһәтеүҙәрен теләйһеңме?


Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Һуңынан батшалыҡты Юғарыларҙан Юғарының изгеләре аласаҡ, уларҙың батшалығы мәңгенән-мәңгегә хакимлыҡ итәсәк».


Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир, Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә.


Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын.


Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.


Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимоҫеусты ебәрҙем.


Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios