Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 19:20 - Изге Яҙма

20 Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

20 Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 19:20
30 Referencias Cruzadas  

Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


Һин күргән ун мөгөҙ – ун батша ул. Улар батшалыҡтарын әле алманы. Әммә януар менән бергә бер сәғәткә батшалар дәрәжәһендә хакимлыҡ аласаҡтар.


бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.


Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡос емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.


Мин уны өҫтөнә ҡырғын килтереп, ҡанын ҡойоп язалармын. Уға, ғәскәренә, уның менән бергә килгән күп халыҡтарға ҡойма ямғыр, таш һымаҡ боҙ, ут һәм көкөрт яуҙырырмын.


Эдом йылғалары ыҫмалаға, Тупрағы көкөрткә әйләнәсәк, Илдең һәр тарафы янып торған ыҫмала буласаҡ.


Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем.


Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тау араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ.


Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ, Торлағы көкөрт менән ҡапланыр.


Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул – алыҫ киләсәк хаҡында.


Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.


Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.


Ғай батшаһын ғына иҫән ҡалдырып, Йушағ янына килтерҙеләр.


Һарыҡтарҙың иң һимеҙен һайла. Ҡаҙан аҫтына ут тоҡандыр; Һөйәктәре таралғансы ҡайнат».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios