Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 19:1 - Изге Яҙма

1 Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә – Аллабыҙҙыҡы!

Ver Capítulo Copiar

Инжил

1 Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә Аллабыҙҙыҡы!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә – Аллабыҙҙыҡы!

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 19:1
23 Referencias Cruzadas  

Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким!


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!


Шунан һуң мин күктән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте килде. Бына Уның Батшалығы килде, Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты! Көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.


Раббыны данлағыҙ! Күктәрҙән маҡтау йырлағыҙ Раббыға, Юғарынан Уны күмегеҙ данға!


Ялған илаһтарҙы үҙ иткәндәр Үҙҙәрен һөйөүеңдән мәхрүм итә.


Раббыны данлағыҙ! Мөҡәддәс торлағында данлағыҙ Алланы! Данлағыҙ Уны ҡәлғәһе – күк көмбәҙендә!


Раббыны данлағыҙ! Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлау ниндәй күркәм, Ҡайһылай татлы, килешле Уны маҡтау!


Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!


Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.


Раббыны данлағыҙ! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Тоғролары йыйынында Уны данлағыҙ!


Раббыны данлағыҙ! Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның бойороҡтарына ҡыуанып буйһонған кеше!


Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.


Улар бар үләнде ашап бөттө, Ҡалдырманы баҫыуҙағы уңышты.


Күк, ер һәм ундағы бар нәмә ҡыуанып гөрләшер, Сөнки Бабилдың өҫтөнә төньяҡтан емереүселәр килә, – тип белдерә Раббы. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios