Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 18:23 - Изге Яҙма

23 Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

23 Яҡтыртҡыстың яҡтылығы ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, һинең тылсымың менән бөтөн халыҡтар ҙа алданды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 18:23
26 Referencias Cruzadas  

ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.


Батшаларға таж кейҙергән Тирға Бындай яҙмышты кем билдәләне? Был ҡаланың сауҙагәрҙәре – шаһзада, Эшҡыуарҙары донъяның иң хөрмәтлеләре ине.


Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар. Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән, Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Сөнки Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙҙең заманда, үҙегеҙҙең күҙегеҙ алдында был урында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең Тауыштарын туҡтатасаҡмын».


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа, һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа ишетелмәҫ инде һиндә. Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә, бер генә һөнәр ҙә булмаҫ, тирмән ташының тауышы ла ишетелмәҫ.


Уның менән зина ҡылған һәм ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ.


Уның маңлайына «Бөйөк Бабил – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.


уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.


барыбер ямандарҙың киләсәге юҡ, намыҫһыҙҙың сырағы тиҙ һүнә.


Яуыздарҙың шәме йыш һүнәме лә, Баштарына ҡайғы-хәсрәт киләме? Алла асыуланған сағында уларға ғазап бирәме?


– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.


Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.


Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.


Оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙенең сихырҙары менән халыҡты хайран ҡалдырып килеүе өсөн тыңланылар был Шимғонды.


Был ике бәлә бер көндә, Көтмәгәндә башыңа төшәсәк: Сихырҙарыңа, ҡеүәтле тылсымыңа ҡарамаҫтан, Бала ҡайғыһы татырһың, тол ҡалырһың.


Мин улар араһында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең тауыштарын тыйырмын, Тирмән туҡылдауын туҡтатырмын, Шәм яҡтыһын һүндерермен.


Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде.


Был кешеләр үлтереү, сихырсылыҡ, фәхешлек, урлашыуҙан тәүбәгә килмәнеләр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios