Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 18:19 - Изге Яҙма

19 Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә байлығың арҡаһында байыны. Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. –

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтөнөһө лә уның байлығынан байыны, бер сәғәт эсендә бушлыҡҡа әйләнде! – тинеләр. –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә байлығың арҡаһында байыны. Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. –

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 18:19
13 Referencias Cruzadas  

Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Бабил, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр.


Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


Ҡысҡырышып, һыҡтап, һинең өсөн Улар әсенешеп илар. Баштарына тупраҡ һибеп, Көлдә аунай-аунай ҡайғырыр.


ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.


Улар Әйүпте алыҫтан уҡ абайлаһалар ҙа, башта таный алманылар. Унан һуң, ҡысҡырып илай-илай, сапандарын йыртҡыланылар, баштарына тупраҡ һиптеләр.


Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ, сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.


Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине.


Шул уҡ айҙың егерме дүртенсе көнөндә бөтә Исраил халҡы тағы йыйылды: улар ураҙа тота ине, ҡыл туҡымаға уранып, баштарына саң-тупраҡ һипкәйне.


Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


Батшалыҡтар араһында иң гүзәле, Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр.


Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра; Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios