Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 16:19 - Изге Яҙма

19 Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 16:19
15 Referencias Cruzadas  

Уның гонаһтары инде өйкәлешеп, күккә тиклем ашты һәм Алла уның енәйәттәрен иҫенә төшөрҙө.


Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Бабил, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр.


Һин күргән ҡатын – ерҙәге батшалар өҫтөнән батшалыҡ итеүсе бөйөк ҡала ул.


Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы бына шундай көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ.


Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе,


Уның маңлайына «Бөйөк Бабил – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


төньяҡтағы яҡын һәм йыраҡ илдәрҙең батшаларының барыһына, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарҙың батшаларына бер-бер артлы эсерҙем. Ә Шешах батшаһына килгәндә инде, ул иң аҙаҡтан эсер.


Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.


Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».


Ҡулдарында ете туҫтаҡ булған фәрештәләрҙең береһе яныма килеп былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios