Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Асылыш 14:11 - Изге Яҙма

11 Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табынған, уның исем тамғаһын ҡабул иткән һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табыныусы, уның исем тамғаһын ҡабул итеүсе һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табынған, уның исем тамғаһын ҡабул иткән һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк.

Ver Capítulo Copiar




Асылыш 14:11
30 Referencias Cruzadas  

Бынан һуң күктән йәнә: – Раббыны маҡтағыҙ! – тип әйтелде. – Фәхишәнең яныуынан сыҡҡан төтөн мәңгенән-мәңгегә күтәрелә.


Ул көнөн дә, төнөн дә һүнмәйәсәк, Һәр ваҡыт төтәп торасаҡ. Ил быуындан-быуынға буп-буш ҡалыр, Быуаттар буйы унан бер кем дә үтмәҫ.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар.


Уларҙың артынан килгән өсөнсө фәрештә көслө тауыш менән былай тине: – Кем януарға һәм уның һынына табына, үҙенең маңлайына йәки ҡулына януар тамғаһы ҡабул итә,


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Содом менән Ғамораға, үҙәндең тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ерҙән, мейестән сыҡҡан һымаҡ, төтөн күтәрелә ине.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.


Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.


Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, тәхетең Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.


Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!


Раббы мәңге, даими батшалыҡ итер».


Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.


Ул, беренсе януар исеменән уның бөтә хакимиәте менән эш итеп, ерҙе һәм унда йәшәгәндәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте.


Эй хәлдән тайғандар, ауыр йөктән интеккәндәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙҙе тынысландырырмын.


Күктә һәм ер йөҙөндә хикмәтле билдәләр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер.


Яуыздар иһә сайҡалған диңгеҙ кеүек. Ул диңгеҙ тын тора алмаҫ, Тулҡындары ләм һәм бысраҡ сығарыр.


Был халыҡтар араһында йәнегеҙ – тыныслыҡ, аяғығыҙ тынғылыҡ тапмаҫ. Раббы һеҙгә тертләп торған йөрәк, тилмереп ҡараған күҙҙәр һәм һыҙланған күңел бирер.


Сөнки Раббының үс алыу көнө, Сиондың ҡонон ҡайтарыу йылы буласаҡ.


Кем дә кем йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмай, шул кисекмәҫтән янып торған мейескә ырғытыласаҡ.


Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде.


Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы.


Уның менән зина ҡылған һәм ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios